Баш бит
|
| |||||||||||||
|
Көн рәсемеЕмельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышы (Пугачёвщина, Пугачёв болаһы, Пугачёв ихтилалы) — казактарҙың, крәҫтиәндәрҙең һәм Урал менән Волга буйы халыҡтарының императрица Екатерина II хөкүмәтенә ҡаршы оло масштаблы һуғышҡа әүерелгән ихтилал. 1772 йылда Яйыҡ ҡаласығында ғәскәрҙең юғары старшиналар ҡатламына һәм хөкүмәт вәкилдәренә ҡаршы казактарҙың ихтилалы башлана. Ихтилал баҫтырыла, әммә казактар баш эймәй, ә яңы сығышҡа сәбәп көтөп шымалар. Бындай сәбәп Яйыҡта үҙен Пётр III тип иғлан иткән Дон казагы, ҡасҡын Пугачев килеп сығыуы менән яңыра. 1973 йылдың 17 (28) сентябрендә Бударин форпосынан башланған Яйыҡ казактарының яңы сығышы бик тиҙ Ырымбур крайын, Уралды, Кама буйын, Башҡортостанды, Көнбайыш Себерҙең бер өлөшөн, Урта Волга буйын ялмап ала. Ихтилал барышында агитация һәм иң мөһим хыялдарҙы тормошҡа ашырыу буйынса вәғәҙәләр һөҙөмтәһендә казактарға башҡорттар, ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар, сыуаштар, татарҙар, Урал заводтары крәҫтиәндәре ҡушыла. 1773 йылдың сентябренән 1774 йылдың мартына тиклем ихтилалдың беренсе этабы баш күтәреүселәрҙең уңыштары менән билдәләнә, әлеге уңыштар иррегуляр казак һәм урыҫ булмаған частарҙың тәжрибәле вәкилдәренең күп һанлы булмаған һәм рухи яҡтан тарҡатылған хөкүмәт ғәскәрҙәренән өҫтөнлөклө булыуы менән бәйле. Ихтилалсылар Ырымбурҙы, Яйыҡ ҡаласығын, Өфөнө баҫып алалар, күп һанлы ҡаласыҡтарҙы, нығытмаларҙы һәм заводтарҙы яулайҙар. Хәлдең бөтә етдилеген аңлаған хөкүмәт империяның көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш сиктәрендәге ғәскәрҙәрҙе туплай башлай һәм тәжрибәле булған генерал-аншеф А. И. Бибиковты етәксе итеп тәғәйенләй. Бының һөҙөмтәһендә 1774 йылдың март айында баш күтәреүселәр бөтә урындарҙа ла уңышһыҙлыҡҡа тарый, күп кенә күренекле ихтилал етәкселәре һәм ябай ҡатнашыусылар ҡулға алына йәки үлтерелә, ҡалғандары тарҡатыла. Әммә Бибиковтың вафатынан һуң, 1774 йылдың апрелендә, ихтилал Көньяҡ Урал завод крайында һәм Тарихи Башҡортостанда яңы көс менән ҡабынa. Пугачев тарҡатылған отрядтарҙы берләштереүгә өлгәшә һәм ауыр еңелеүҙәргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, Урал һәм Кама буйындағы походтарҙан һуң 1774 йылдың июлендә империяның иң эре үҙәктәренең береһе булған Ҡаҙанды баҫып ала.
Шуларҙы беләһегеҙме?
Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Башҡорт уғы. Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары. Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү |
Әбүғәлисина — күренекле фарсы философы һәм табибы, көнсығыш аристотелизмы вәкиле. 980 йылда Урта Азияла Бохара ҡалаһы янындағы Афшан ҡалаһында тыуа. Солтан һарайының табибы һәм вәзире була. Урта быуаттарҙың һәм ислам донъяһының иң танылған һәм абруйлы ғалим-философы. ң Әбүғәлисина Бохарала бай ғаиләлә тыуа. Уның атаһы белемле, мәртәбәле зат булып, улын да үҙенең мәсләге йүнәлешендә тәрбиәләргә тырыша. Әбүғәлисина 10 йәшендә үк Ҡөрьәнде яттан белә. 985—96 йылдарҙа Бохарала башланғыс мәктәптә уҡый; һуңыраҡ өйөндә белем ала — математика, физика, логика, астрономия, философия һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнә. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен, уларҙың грамматикаһын 15—16 йәштәрендә үҙ аллы уҡый. Был фәндәрҙе Бохараға килгән ғалим Әбү Абдалаһ Натил менән өйрәнә. Һуңынан 16 йәшлек малай үҙ алдына уҡый. Аристотелдең «Метафизика»һы менән танышҡансы геометрия, астрономия, музыканы еңел өйрәнә. Үҙенең автобиографияһында «был китапты бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтым, әммә аңламаным» тип билдәләй. Әл-Фарабиҙың «Метафизикаға аңлатмалар»ын уҡығас ҡына төшөнөп китә. 16 йәшлек Ибн Синаны Бохараның әмирен дауаларға саҡыралар. Автобиографияһында: «Медицинаны өйрәнә башланым, ауырыуҙарҙы күҙәтеп, белемемде тулыландырҙым, был мине китаптарҙа булмаған төрлө дауалау алымдарына өйрәтте», — тип яҙа ул. 1002 йылда ҙур ғалимдар даирәһен берләштергән «Мамум академияһы» урынлашҡан Гүргәнч (хәҙерге Үргәнес) ҡалаһына күсеп китә. Солтан Мәхмүт Ғәзнәүигә хеҙмәт итеүҙән баш тартҡандан һуң (1008), йәберләнеүҙәргә дусар була, Хорасанда һәм Табарстанда ил гиҙеп йөрөй. Күп кенә хеҙмәттәрен юлда саҡта эйәр өҫтөндә килеш яҙа. 1015—1024 йылдарҙа Хәмәданда йәшәй, фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, әмирлектең сәйәси һәм дәүләт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. ↪ д а у а м ы… |


